1 стакан кефир йәки ҡатыҡ, 1 стакан он, 1 йомортҡа, сода, тоҙ менән ҡамыр иҙәбеҙ. Ондо аҙыраҡ өҫтәргә лә тура килеүе мөмкин – ҡуйыраҡ булһа, яҡшыраҡ.
Эслек өсөн 3 – 4 йомортҡа, йәшел һуған алына. Йомортҡаны бешереп, һуғанды йыуып турарға һәм баяғы массаға өҫтәп болғатырға.
Табала көнбағыш майын ҡыҙҙырырға. Ҡалаҡ менән уға “йомроҡас”тар төшөрөргә. Әгәр ныҡ таралып китә икән, тимәк, шыйыҡ булған, он өҫтәгеҙ. Табала йәнә ҡабарып, 2 – 3 сантиметр ҡалынлығында булырға тейеш был бөйөрөктәр.