Ҡамыр өсөн кефир, саҡ ҡына шәкәр ҡомо, тоҙ, 1 йомортҡа, 1 ҡалаҡ аҡ май йәки маргарин, шул сама ҡаймаҡ, майонез алына. Ондо ҡуйылыҡҡа ҡарап өҫтәргә.
Был пиццаны әҙерләү нимәһе менән отошло – сүпрәле ҡамыр баҫып, ҡасан ҡабарғанын көтөп ултырырға кәрәкмәй. Эслек өсөн, ғәҙәттә, башлы һуғанды күп итеп турайым – пицца һутлы була. Колбасаны ҡырғыстан үткәрәм, помидорҙы ваҡ киҫәктәргә бүләм. Өҫкө ҡатҡа сыр ҡырам һәм тигеҙ итеп майонез һылайым. Телеңде йоторлоҡ килеп сыға! Минең пиццамды айырыуса ейән-ейәнсәрҙәрем ярата.
Зилдә МӘҮЛИТОВА.
Учалы районы,
Ташҡыя ауылы.