+7 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Аш-һыу серҙәре
3 Октябрь , 15:35

Иң файҙалы ит – эс-ҡарын

Эс-ҡарында организм өсөн файҙалы ла матдәләр ҙә бик күп икән. Ҡайһы берәүҙәр эс-ҡарынды иң юғары сортлы билләмәнән дә файҙалыраҡ, тип һанайҙар. Ғалимдар тикшеренеүе быны раҫлаған.

Иң файҙалы ит – эс-ҡарын
Иң файҙалы ит – эс-ҡарын

Баҡһаң, эс-ҡарында таурин күп икән, хатта ҡанында холестерин миҡдары юғары булған кешенең дә йөрәгендә ишемия ауырыуы башланыу ҡурҡынысын 60 процентҡа кәметергә һәләтле.

Таурин икенсе типтағы шәкәр сире, юғары ҡан баҫымынан да һаҡлай.

Эс-ҡарында А, Е, В төркөмө витаминдары, калий, магний, тимер, баҡыр, цинк, фосфор кеүек микроэлементтар ҙа бик күп. Мәҫәлән, бауырҙағы тимер йәшелсәләге тимергә ҡарағанда күпкә тиҙерәк үҙләштерелә.

Тағын шуныһы ла иғтибарға лайыҡ – хайуан һәм ҡош йөрәк-бауырында калория бик әҙ.

Бына шунан уйлап ҡарағыҙ, эс-ҡарынды ашарғамы, юҡмы икәнен?!

 

Сығанаҡ: “Файҙалы кәңәштәр”.

Фото: З. ХӘКИМОВА.

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас: