+2 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Аш-һыу серҙәре
5 Ноябрь 2024, 14:10

Байрам өҫтәлен биҙәп ултырасаҡ

Бауырһаҡ өсөн 10 йомортҡа, 800 грамм он, семтем тоҙ, 1 ҡалаҡ шәкәр ҡомо, аш содаһы, аш һеркәһе, үҫемлек майы, сиропҡа шәкәр ҡомо, бал кәрәк буласаҡ.

Байрам өҫтәлен биҙәп ултырасаҡ
Байрам өҫтәлен биҙәп ултырасаҡ

Тәүҙә йомортҡаны туңдырабыҙ, шунан иретәбеҙ. Ҡамыр баҫыр алдынан ул ҡабарып торһон өсөн ондо ике тапҡыр иләйбеҙ. Йомортҡаға семтем генә тоҙ, 1 ҡалаҡ шәкәр ҡомо һалабыҙ, балғалаҡтың өстән бер өлөшөндәй генә аш содаһын аш һеркәһендә һүндереп өҫтәйбеҙ. Ондо аҙ-аҙлап һалып, ҡулға йәбешмәй башлағансы ҡамыр баҫабыҙ. Шунан уны ярты сәғәткә ултыртып торабыҙ.

Ҡамырҙы аҙлап алып, таҡтала тәгәрәтә-тәгәрәтә бау кеүек һуҙабыҙ, шунан 2 – 3 сантиметр ҙурлыҡ киҫәктәргә ҡырҡып, бауырһаҡ эшләйбеҙ.

Бешереү өсөн ҙур алюмин табаҡ ҡулланабыҙ. Уға 1 литр таҙартылған май, ярты стакан таҙартылмаған май, 3 ҡалаҡ ҡаҙ майы, ярты стакан һыу һалабыҙ. Ҡайнап сыҡҡанын көтмәйбеҙ, йылынғас, бауырһаҡтарҙы төшөрәбеҙ. Ҡайнап торған майға һалһаң, бауырһаҡ ярыла. Шуның өсөн дә икенсегә бешерер алдынан майҙы бер аҙ һыуытып алырға. Шунан кәрәк булһа, тағы ла май өҫтәйбеҙ. 10 – 15 минут самаһы бешерәбеҙ, әленән-әле болғатып торабыҙ.

Бауырһаҡтарҙы һөҙгөс менән һөҙөп, артыҡ майы аҡһын өсөн иләккә һалабыҙ.

Ул арала сироп әҙерләйбеҙ. Бының өсөн бер стакан шәкәр ҡомона ярты стакан һыу ҡушып, 10 минут самаһы ҡайнатабыҙ. Һүндергәс кенә 3-4 ҡалаҡ бал өҫтәйбеҙ.

Бауырһаҡтарҙы ошо сиропҡа һалып бутайбыҙ һәм тәрилкәгә өйөп теҙәбеҙ. Байрам өҫтәлен бик биҙәп ултырасаҡ.

 

Йәсминә ДИНИЕВА, V синыф уҡыусыһы.

Миәкә районы, Тамьян-Таймаҫ мәктәбе.

Байрам өҫтәлен биҙәп ултырасаҡ
Байрам өҫтәлен биҙәп ултырасаҡ
Байрам өҫтәлен биҙәп ултырасаҡ
Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас: