+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Аш-һыу серҙәре
4 Декабрь 2024, 07:20

Аш-һыу серҙәре

Алдағы йыл хужаһы - йәшел йылан, тиҙәр. Уның хөрмәтенә салат әҙерләргә тура килә инде.

Аш-һыу серҙәреАш-һыу серҙәре
Аш-һыу серҙәре

Оливьеһыҙ байрам табыны булмай. Яңы йылға уны йылан формаһында эшләргә мөмкин.

Өсәр йомортҡа, картуф, маринадланған ваҡ ҡыяр, бер кишер, йәшел борсаҡ, 250 грамм колбаса йә тауыҡ ите, майонез, тоҙ, борос кәрәгәсәк.

Йомортҡа, картуф, кишерҙе бешереп, һыуынғас, шаҡмаҡлап турайбыҙ. Итте лә шулай уҡ. Йәшел борсаҡты ҡушып, майонез, кәрәгенсә тоҙ, борос өҫтәп бутағас, йылан формаһына килтереп һауытҡа һалабыҙ. Өҫтөнә ҡыярҙың һыуын бер аҙ һығып, йоҡа ғына итеп телеп, салат өҫтөнә йылан биҙәгенә оҡшатып теҙәбеҙ. Зәйтүн, ҡыҙыл борос менән күҙҙәрен, телен эшләргә мөмкин. Йыланыбыҙ мөләйем генә ҡарап ята түгелме? 

Фото: cooku.ru.

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас