10 – 12 дана сосиска, самалап он алына. Бер устай ондо ике ҡалаҡ йомшартылған аҡ май менән ыуырға, сода, тоҙ, бер йомортҡа, ике ҡалаҡ майонез һалып, йәнә он өҫтәп, һөткә йә кефирға ҡамыр баҫырға. Уны өлөштәргә бүлгеләп, айырым-айырым йәйергә һәм сосисканы урап, майлы табала ҡыҙҙырырға. Ҡамыр кетерләп тора, майлы ла булмай.