+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Аш-һыу серҙәре
24 Ғинуар 2025, 07:35

Тәмле былау бешереү ысулы

Кәрәк буласаҡ: 500-600 грамм дөгө ярмаһы, 400 грамм ит, урта ҙурлыҡтағы 3-4 баш һуған, урта ҙурлыҡтағы 5-6 кишер, зира, кинзә орлоҡтары, ҡайнаған һыу һәм самалап тоҙ. 

Тәмле былау бешереү ысулыТәмле былау бешереү ысулы
Тәмле былау бешереү ысулы

Бешереү ысулы:

Ҡаҙанды ҡыҙҙырғас, май һалабыҙ. Һуғанды нәҙек итеп кенә турап, шәп утта һары төҫкә ингәнсе ҡыҙҙырабыҙ. Шунан туралған итте һалып ҡыҙҙырабыҙ, өҫтөнә зира һәм кинзә орлоҡтарын һибәбеҙ. Артабан кишер өҫтәйбеҙ ҙә 5-7 минут тотабыҙ. Кишер ҡапланғансы һыу ҡоябыҙ, утты уртаса яйлатып, 15 минутҡа ҡалдырабыҙ. Һыуы ҡайнап сыҡҡас, йылы һәм эҫе һыуҙа йыуылған дөгө ярмаһын һалабыҙ ҙа утты шәбәйтәбеҙ. Дөгөнө, болғайтмай ғына, ҡалаҡ менән тигеҙләйбеҙ.  5 минуттан һуң дөгөнө ҡаҙан ситенән бер-аҙ алып, уртаға ҡарай өйөп ҡуябыҙ. Ағас ҡалаҡ менән тишектәр яһайбыҙ. Тағы 5 минуттан һуң, ҡапҡас менән ябабыҙ. Ҡапҡас ситенән пар сыҡмаһын өсөн, дымлы таҫтамалды уратып, ябып та ҡуйырға мөмкин. Шулай талғын утта  30 минут тоторға.

Былау бешергәндә һуған, кишер һәм майҙы йәлләмәгеҙ!Тәмле былауҙың бөтә сере шунда!

 

Сығанаҡ һәм фото: Татар халыҡ ашлары.

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас