+4 °С
Облачно
VKOKМакс
Аш-һыу серҙәре
29 Января 2025, 11:25

Бәлеште мандарин менән биҙәйбеҙ

Кәрәк буласаҡ: 4 мандарин,  250 грамм он, 150 грамм шәкәр ҡомо, 2 йомортҡа, 150 грамм һатыуҙағы ҡаймаҡ, 50 грамм аҡ май, табаны майлау өсөн дә бер аҙ шыйыҡ май, 1 ҡалаҡ ваҡланған әфлисун ҡабығы, 2 балғалаҡ (өйөп) ҡамыр йомшартҡыс.

Добавить в предпочтительные источники Google
Бәлеште мандарин менән биҙәйбеҙБәлеште мандарин менән биҙәйбеҙ
Бәлеште мандарин менән биҙәйбеҙ

Әҙерләү ысулы:

Йомортҡа менән шәкәр ҡомон бергә ҡушып, күпертәбеҙ. Шунан ҡаймаҡ, әфлисун ҡабығы, ҡамыр йомшартҡыс, он ҡушып, ҡамыр баҫабыҙ.

Табаға пергамент йәйеп, май һөртөп, ҡамырҙы һалабыҙ. Ҡамыр өҫтөнә матур итеп мандарин бүлемдәрен теҙеп сығабыҙ. Мандарин өҫтөнә ҙур булмаған киҫәктәргә бүленгән аҡ май һалабыҙ.

180 градус ҡыҙыулыҡтағы мейестә 30 минут бешерәбеҙ.

 

Сығанаҡ һәм фото: Авыл хатыны/Сельчанка

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас