+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Аш-һыу серҙәре
3 Апрель 2025, 09:10

Файҙалы кәңәштәр

Һурпаның күбеген ваҡытында һөҙөп алмаһағыҙ, ит бешкән кәстрүлгә бер сынаяҡ һыу ҡойоғоҙ. Күбек яңынан ҡалҡыр.

Файҙалы кәңәштәрФайҙалы кәңәштәр
Файҙалы кәңәштәр

Тауыҡ һурпаһына кишер һәм һуғандан башҡа бер ниндәй аш тәмләткестәр һалмағыҙ, юғиһә ул тәмен юғалтыр.

Аштың тәмен боҙмайым тиһәгеҙ, лавр япрағын ашта ҡалдырмағыҙ.

Һутлы йомшаҡ котлеттар әҙерләр өсөн фаршҡа ваҡ ҡына итеп турап, еңелсә ҡыҙҙырылған ярты һуған һәм ҡырғыстан үткәрелгән картуф өҫтәргә кәрәк.

Котлет формаһын юғалтмаһын һәм һуты ағып сыҡмаһын өсөн, тәүге минутта уны көслө утта ҡыҙҙырып алығыҙ, һуңынан утын кәметегеҙ. Котлетты икенсе яғына әйләндергәс, утты йәнә көсәйтеп алығыҙ.

Балыҡ киҫәктәргә ваҡланмаһын һәм алтын төҫкә инһен тиһәгеҙ, ҡурырҙан алда 10 – 15 минут элек таҫтамал менән ҡоротоп, тоҙ менән әүәләгеҙ.

Сүпрәле ҡамырға бешкән картуфты һыуытып, ваҡ ҡырғыс аша үткәреп ҡушһағыҙ, ул йомшаҡ һәм ҡабарынҡы булыр.

Эҫе табаға төшкән аҡ май ҡараймаһын өсөн табаны башта көнбағыш майы менән майлағыҙ.

Табалағы май сәсрәп ыҙалатһа, ризыҡты ҡурыр алдынан таба төбөнә саҡ ҡына тоҙ һибегеҙ.

Көнбағыш майын салатҡа тоҙ, аш һеркәһе һәм борос һалғандан һуң ғына ҡоялар.

Табынға ҡуйыр алдынан майонезлы салатҡа йә винегретҡа лимон ҡабын һалып тороғоҙ – ризыҡ үҙенсәлекле тәм алыр.

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас