+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Аш-һыу серҙәре
10 Апрель 2025, 11:50

Үҙем бешергән тәмлекәс

Беҙгә кәрәк буласаҡ: 300-400 грамм үткәрелгән әҙер ит, 4-5 уртаса картуф, 2 баш һуған, 1-2 уртаса кишер, 1-2 татлы борос, самалап тоҙ, лавр япрағы, борсаҡлы борос, йәшел укроп һәм петрушка. Тағы ла һәр көршәк төбөнә ҡойор өсөн 2-шәр ҡалаҡ көнбағыш майы кәрәк.

Үҙем бешергән тәмлекәсҮҙем бешергән тәмлекәс
Үҙем бешергән тәмлекәс

Әҙерләү ысулы: барыһын әҙерләп алғас, көршәкте теҙеп ултыртабыҙ. Төбөнә шыйыҡ майҙы ҡойғас, самалап һәр береһенә бүлеп картуф, ит, кишер, һуған, татлы борос, тоҙ, тәмлеткестәр, йәшел укроп һәм петрушканы һалабыҙ.  Артабан һәр бер көршәккә ҡайнаған һыу ҡойоп сығабыҙ. Һыуҙы күренер-күренмәҫ  кенә ҡойорға. Һыуы күп булһа, ташып китеүе мөмкин.

Фото: Зөһрә ХӘКИМОВА.

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас