Спорт менән дә дуҫ. Әмилә «Урал батыр» эпосынан өҙөк ятлағанында ҡумыҙҙа оҫта итеп уйнап, йәйәнән уҡты атҡанда мәргәнлек күрһәтеп, барыһын һоҡландыра. Әле лә буласаҡ бәйгегә әҙерләнә, көндән-көн эпостың өҙөктәрен ятлап йөрөй.
Киләсәккә хыялы – рәссам булыу. Шулай уҡ аш-һыу серҙәрен дә ихлас өйрәнә. Әсәһе, өләсәһе менән төрлө-төрлө тәмлекәс бешерергә ярата. Бөгөн Әҙилә һеҙгә «Ҡыҙыл бәрхәт» тортының рецебын тәҡдим итә.
Кәрәк буласаҡ: 2 йомортҡа, 120 грамм шәкәр ҡомо, 100 грамм көнбағыш майы, 160 грамм кефир,1 балғалаҡ ҡамыр ҡабартҡыс, 1 семтем тоҙ, балғалаҡтың 4-тән бер өлөшө сода, 200 грамм он, ярты ҡалаҡ какао оно, 1 балғалаҡ ҡыҙыл буяу (ҡоро булырға тейеш).
Крем өсөн: 150 грамм эремсек сыры, 100 грамм 33 процентлы ҡаймаҡ, 50 грамм шәкәр пудраһы .
Мейесте 25 – 30 минут алдан йылытырға, шунан 160 – 170 градус эҫелектә бешереп алырға.