+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Аш-һыу серҙәре
15 Апрель 2025, 15:05

Ике төрлө бәлеш бешереү ысулы

Беренсеһе йәшел һуған, быҡтырылған кәбеҫтә менән кишерҙән булһа, икенсеһе – емеш менән ҡаймаҡтан.

Ике төрлө бәлеш бешереү ысулыИке төрлө бәлеш бешереү ысулы
Ике төрлө бәлеш бешереү ысулы

Ҡамыр өсөн кәрәк буласаҡ: 1 аш ҡалағы ҡоро сүпрәне әҙ генә йылы һыу һалып күпертергә. 250 миллиграмм йылы һыуға  1 ҡалаҡ шәкәр ҡомо, ярты балғалаҡ  тоҙ, 1 йомортҡа, 50 грамм аҡ май, 25 миллиграмм көнбағыш майы,  әҙер сүпрә, он һалып ҡамыр баҫырға. Шунан йылы урынға ҡуйырға.
Сүпрә һәйбәт булһа, ярты сәғәттә ҡабарып сыға.

Емешле бәлеш өсөн эслек: емештәрҙе таҙарғансы йыуып, ит үткәргес аш үткәрергә. Ҡуйы булһа, ҡайнаған һыу, әҙерәк шәкәр ҡомо өҫтәргә.
Ике йомортҡаны күпергәнсе болғағас,  200 грамм ҡаймаҡ, 150 грамм аҡ төҫтәге ҡуйыртылған һөттө емештәр өҫтөнә һалабыҙ. Иң аҙаҡ ваҡланған сәтләүек менән биҙәргә.

 

 Мәрйәм Миңлеғолова. (Татар ашлары).

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас