+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Аш-һыу серҙәре
2 Май 2025, 05:10

Батшалар ләүәше (“Королевский пирог”)

Кәрәк булсасаҡ: 150  грамм (ярты) маргарин йә ҡаты ҡаймаҡ, ярты стакан шәкәр ҡомо, 1 балғалаҡ сода һәм ҡамыр ыуылғансы самалап он.

Батшалар ләүәше (“Королевский пирог”)Батшалар ләүәше (“Королевский пирог”)
Батшалар ләүәше (“Королевский пирог”)

Барыһын бергә ҡушып, ыумас ҡамыры кеүек итеп ыуабыҙ.

Эслек өсөн: 300 грамм эремсек, 5 — 6 йомортҡа, әҙерәк ванилин, ярты стакан шәкәр ҡомо кәрәк буласаҡ.

Быларҙың барыһын бергә ҡушып, эслек әҙерләйбеҙ.

Табаға әҙер ыумас-ҡамырҙың яртыһын һалғас, өҫтөнә эслекте һәм ҡалған ҡамырҙы һибеп, 180 градус  эҫелектәге мейестә  35 — 40 минут бешерәбеҙ.

 

Фото һәм сығанаҡ: “Башкирка” төркөмө.

 
Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас