+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Аш-һыу серҙәре
12 Май 2025, 15:00

Быйылғы кесерткән ашы ашанығыҙмы?

Кесерткән ашын яҙын өс тапҡыр бешереп ашаһағыҙ, йыл буйы ауырымайһығыҙ, тиҙәр. Уны төрлөсә бешерергә мөмкин. Ошо рецепт иң еңеле һәм тәмлеһе.

Быйылғы кесерткән ашы ашанығыҙмы?Быйылғы кесерткән ашы ашанығыҙмы?
Быйылғы кесерткән ашы ашанығыҙмы?

Яңы өҙөлгән кесерткән япрағы (яҡынса 200-300 грамм), 3-4 картуф, 1 һуған, 1 кишер, 1 аш ҡалағы үҫемлек майы, тоҙ һәм тәменә ҡарап борос.
Кесерткәндең йәш япраҡтарын йыйғас, йыуып, ҡайнар һыу менән сайып алығыҙ.
Һыуҙы ҡайнатырға ҡуйығыҙ. Картуф, һуған, кишерҙе таҙартып, ваҡлап турағыҙ.
Ҡайнап торған һыуға тәүҙә картуф, 5-7 минуттан кишер менән һуғанды һалығыҙ.
Кесерткән япраҡтарын ваҡлап, кәстрүлгә өҫтәгеҙ.
Ашҡа тоҙ, борос, теләк буйынса лавр япрағы һалырға мөмкин.
Барыһын да 10-15 минут ҡайнатҡандан һуң, өҫтөнә үҫемлек майы өҫтәгеҙ.
Аш әҙер булғас, өҫтөнә йәшел һуған, укроп һибергә мөмкин.

Кесерткән ашы витаминдарға һәм файҙалы матдәләргә бик бай, яҙғы осорҙа организм өсөн бигерәк тә файҙалы.

Сығанаҡ һәм фото: "Көнгәк" төркөмө.

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас