

Һыуға барыһын һалығыҙ ҙа, 24 сәғәткә ҡалдырығыҙ. Шунан ике стакан шәкәр ҡомо өҫтәп, ярты минут бешерегеҙ. Ҡатнашма ҡуйыланғас, уттан алып, стерилләнгән банкаларға ҡойоғоҙ. Төрлө ауырыуҙарҙан ярҙам итә. Бик файҙалы сироп әҙер.
Бәпембә меңәр йылдар дауамында популяр үҫемлек булған һәм уның шифалы үҙенсәлектәре төрлө ауырыуҙарҙы дауалауҙа ҡулланылған. Бәпембә бауырҙы таҙарта, үт етештереүҙе яҡшырта, ҡандағы холестерин кимәлен көйләй, аллергияны дауалай. Менопауза осоронда йөклө ҡатындарға ҙур ярҙам күрһәтә. Иң яҡшыһы, уны яҙғыһын артыҡ бысранмаған урындарҙан йыйып алыу.
Сығанаҡ: "Һаҡмар" гәзите.
Фото: З.Хәкимова.