+24 °С
Ямғыр
VKOKМакс
Аш-һыу серҙәре
8 Июль 2025, 18:30

Тәмле һәм тиҙ генә әҙерләнгән борщ

Кәрәк буласаҡ: 1 стакан үҫемлек майы, 1 килограмм кишер,   3 килограмм сөгөлдөр, 1 килограмм һуған, 1 килограмм болгар боросо, 1 килограмм помидор, 1 стакан шәкәр ҡомо, 125 миллиграмм һеркә  шыйыҡсаһы (уксус) һәм 3 ҡалаҡ тоҙ.

Тәмле һәм тиҙ генә әҙерләнгән борщТәмле һәм тиҙ генә әҙерләнгән борщ
Тәмле һәм тиҙ генә әҙерләнгән борщ

1 стакан үҫемлек майында ҡырғыс аша үткәрелгән 1 килограмм кишерҙе  ҡыҙҙырып алырға. Шунан сөгөлдөр, һуған, борос, помидор, шәкәр һәм тоҙ һалып 30 минут ҡайнатырға. Һеркә шыйыҡсаһын ҡойғас, 5 – 10 минут тотарға. Шунан стерилләнгән банкаларға һалып, тимер ҡапҡас менән ябырға.

Сығанаҡ һәм фото: 1001 КИҢӘШ.

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас