+24 °С
Ямғыр
VKOKМакс
Аш-һыу серҙәре
30 Июль 2025, 05:25

Ҡыҙҙырылған ташҡабаҡ

Баҡсаларҙа ташҡабаҡ өлгөрә башланы. Файҙалы йәшелсәнән ике рецепт тәҡдим итәбеҙ. 

Ҡыҙҙырылған ташҡабаҡҠыҙҙырылған ташҡабаҡ
Ҡыҙҙырылған ташҡабаҡ

Йәшелсәбеҙҙе таҙартып, йоҡа кенә дүңгәләктәргә турап, орлоғон алабыҙ. Кляр, йәғни бутҡа эшләйбеҙ: йомортҡа, он, тоҙ, һөттө бергә болғатабыҙ. Тәмләткестәр ҡушыу – үҙегеҙҙең ҡарамаҡта. Хәҙер инде дүңгәләктәрҙе ошо бутҡаға манып, үҫемлек майында ҡыҙҙырырға ҡала. Йәш ташҡабаҡ, әлбиттә, тиҙерәк бешәсәк.

Икенсе рецепт: уны ҡырғыстан үткәреп, һыуын һарҡытып, он, тоҙ, йомортҡа ҡушып, кәтлит кеүек әүәләп ҡыҙҙырырға була. Йәш хужабикәләр, ошо ябай ғына ашамлыҡтар ғаилә ағзаларығыҙҙың күңеленә мотлаҡ хуш килер.

Ҡыҙҙырылған ташҡабаҡ
Ҡыҙҙырылған ташҡабаҡ
Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас