+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Аш-һыу серҙәре
2 Август 2025, 19:05

Ҡыярҙан ошо салатты ла ҡышҡылыҡҡа эшләй һалығыҙ

Кәрәк буласаҡ: 3 килограмм ҡыяр, 1 кг башлы һуған, ярты стакан уксус, ярты стакан шәкәр ҡомо, 2  ҡалаҡ тоҙ, 1 стакан көнбағыш майы, 6 тырнаҡ һарымһаҡ.

Ҡыярҙан  ошо салатты ла ҡышҡылыҡҡа эшләй һалығыҙҠыярҙан  ошо салатты ла ҡышҡылыҡҡа эшләй һалығыҙ
Ҡыярҙан ошо салатты ла ҡышҡылыҡҡа эшләй һалығыҙ

Барыһын турап, әҙерләп, ҙур һауытҡа һалып, укроп өҫтәп болғатабыҙ һәм 4-5 сәғәткә өҫтөн ҡаплап ҡуйып торабыҙ.

Артабан 20 минут ҡайнатабыҙ һәм стерилләнгән бәләкәй (0,5) банкаларға һалып, тимер ҡапҡас менән ябабыҙ.

Ҡышҡыһын пицца бешергәндә өҫтөнә һалырға ла мөмкин, былай ашауға ла шәп!

Сығанаҡ һәм фото: "Даирә" төркөмө.

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас