+24 °С
Ямғыр
VKOKМакс
Аш-һыу серҙәре
6 Август 2025, 15:40

Иң тәмле лечо әҙерләйек, дуҫтар!

Еңел генә әҙерләнә, үҙе шул тиклем тәмле! Кәрәк буласаҡ:3 килограмм помидор, 1 стакан   шәкәр ҡомо, 1 стакан көнбағыш майы, 8-10  бөртөк ҡара борос, 2  ҡалаҡ тоҙ, 3 лавр япрағы, 2  ҡалаҡ 9 процентлы аш һеркәһе (уксус) һәм 3 килограмм татлы борос (болгарский сладкий перец).

Иң тәмле лечо әҙерләйек, дуҫтар!Иң тәмле лечо әҙерләйек, дуҫтар!
Иң тәмле лечо әҙерләйек, дуҫтар!

3 килограмм помидор, 1 стакан   шәкәр ҡомо, 1 стакан көнбағыш майы, 8-10  бөртөк ҡара борос, 2  ҡалаҡ тоҙ, 3 лавр япрағы, 2  ҡалаҡ 9 процентлы аш һеркәһе (уксус) һәм 3 килограмм татлы борос (болгарский сладкий перец).

1) Помидорҙарҙы ит турағыс аша үткәрәбеҙ, ҡайнатырға ҡуябыҙ, шәкәр өҫтәйбеҙ, көнбағыш майын, ҡара борос, тоҙ, лавр япрағын, аш һеркәһен һалабыҙ.

2) 30 минут ҡайнатабыҙ, шунан алдан турап ҡуйылған боросты һалабыҙ.

3) Тағы ла 10 минут ҡайнатабыҙ.

4) Стерилләнгән банкаларға һалып, тимер ҡапҡас менән ҡаплайбыҙ ҙа, түңкәреп ҡуйып өҫтөн ҡаплап ҡуябыҙ йылы әйбер менән. Һыуынғас, кире банкаларҙы әйләндереп ултыртырға онотмағыҙ!

Ҡышҡылыҡҡа бик яҡшы һаҡлана!

Сығанаҡ һәм фото: Яуап бар...Файҙалы кәңәштәр

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас