+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Аш-һыу серҙәре
8 Август 2025, 11:00

Бик тәмле икра

Бик тәмле икра әҙерләйек, дуҫтар! Юғалтмаҫ өсөн һаҡлап ҡуйығыҙ.

Бик тәмле икраБик тәмле икра
Бик тәмле икра

Икра яһау өсөн:
3 килограмм ташҡабаҡ;
800 грамм һуған;
800 грамм кишер;
1 стакан үҫемлек майы;
1,5  ҡалаҡ тоҙ;
2,5  ҡалаҡ шәкәр ҡомо;
4 аш ҡалағы 9процентлы уксус;
1 балғалаҡ төйөлгән ҡара борос;
1  ҡалаҡ паприка;
5 теш һарымһаҡ кәрәк буласаҡ.
Иң элек һуған менән кишерҙе майҙа быҡтырырға, уның өҫтөнә туралған ташҡабаҡтарҙы һалып, бер сәғәт бешерергә. Һуңынан тәмләткестәрҙе һалып, 15 минут быҡтырғандан һуң блендер менән иҙергә лә аш һеркәһе һалғандан һуң тағы биш минут ҡайнатырға.
Әҙер икраны стерилләнгән банкаларға тултырып, тимер ҡапҡастар менән ябырға.


Рәмзиә ӘХМӘҘУЛЛИНА. 

Сығанаҡ: Даирә. 


Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас