Аш-һыу серҙәре
8 Август 2025, 09:05

Тәмле бәлеш

Сейәнән "заливной пирог" бешерәйек, дуҫтар!

Тәмле бәлешТәмле бәлеш
Тәмле бәлеш

Ҡамыр өсөн: 1 стакан йылы һөт, 3 йомортҡа, 1 балғалаҡ тоҙ, 4 ҡалаҡ шәкәр ҡомо, 100 грамм аҡ май, 2  ҡалаҡ үҫемлек майы, 15 грамм сүпрә "люкс".

Тәүҙә әҙ генә һөткә 1 балғалаҡ шәкәр ҡомо, 1  ҡалаҡ он, 15 грамм самаһы сүпрә һалып ҡабартып алырға, аҙаҡ ҡалғандарҙы ҡушып ҡамыр баҫырға. 1 сәғәт йылыға ҡуйып ҡабартырға кәрәк. Табаға ҡамырҙы йоҡа ғына итеп йәйергә, өҫтөнә сейә һалырға һәм тәменә ҡарап шәкәр ҡомо өҫтәп, һатыу ҡаймағына 2 йомортҡа ҡушылған массаны өҫтөнә ҡойоп, 180 градуслы мейескә ярты сәғәткә бешерергә ҡуйырға.

Сығанаҡ һәм фото: интернет селтәренән.

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас