

Беҙгә 1 йомортҡа, 150-200 грамм аҡ май, 1 стакан йылы һыу, тоҙ, әҙерәк шәкәр ҡомо, ярты сәй ҡалағы сода, он кәрәкте.
Йомшаҡ итеп ҡамыр баҫабыҙ ҙа 3 өлөшкә бүләбеҙ. Бер өлөшөн алып, йоҡа итеп йәйәбеҙ. Стакан менән йомро формалар эшләйбеҙ, үткәрелгән муйылды һалып ситтәрен йәбештерәбеҙ. Мейестә 25-30 минут бешерәбеҙ. Сәйгә тәмлекәс әҙер.
Азалия ВӘХИТОВА.
Өфө ҡалаһы,
58-се лицей.