+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Аш-һыу серҙәре
20 Август 2025, 11:00

Ҡомалаҡ әсеткеһе

«Әсәйем өйрәткән ҡомалаҡ әсеткеһе әҙерләү рецебын һеҙгә лә өйрәтәйем әле», — тип яҙа Лилиә Шаһиғәлина.

Ҡомалаҡ әсеткеһеҠомалаҡ әсеткеһе
Ҡомалаҡ әсеткеһе

Әҙерләү ысулы ошолайыраҡ: 3 литр һыуға  — ҡомалаҡтың бер ус һабаҡ, бер ус сәскәһен һалаһың, һыуың ҡайнап сыҡҡас та. Шуны бешерәһең ҡәҙимге 40 минут, талғын  ғына утта. Болғаштырып тораһың, һабағының өҫтә ятҡанын аҫҡа төшөрөп, болғайһың. Шунан һөҙөп алаһың да, табағың газ өҫтөндә булған көйө ҡайнар һыуыңа он һалып болғап тораһың. Самалап. Ҡуйыраҡ бутҡалай булһа – шул әҙер, тиһәк тә була. Шул йылымысланһа, (уны ла болғап ҡарарға кәрәк, ныҡ эҫе булмаҫҡа тейеш). Эсеткеңде һалып, баш әсетәһең, төрөп ултыртып. Ҡәҙимге икмәк әсеткәндәге шикелле. Шунан асып болғарға кәрәк. Артабан урап тормаһаң да ярай. Ҡалҡып сыҡһа, тағы болғарға кәрәк. Шунан ул ҡалҡмай башлай. Тимәк, әҙер!

Сығанаҡ: «Ватандаш» журналы.

Ҡомалаҡ әсеткеһе
Ҡомалаҡ әсеткеһе
Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас