

Шулай итеп, ҡамыр өсөн 2 йомортҡа, 2 ҡалаҡ шыйыҡ бал, ярты стакандан күберәк шәкәр ҡомо, 2-3 стакан тирәһе он, 2 ҡалаҡ аҡ май, 1 балғалаҡ сода кәрәк буласаҡ.
Башта табаҡта йомортҡаны, шәкәрҙе, аҡ майҙы һәм шыйыҡ балды бутайбыҙ ҙа, яй ғына утта шәкәре иреп бөткәнсе болғап торабыҙ. Шунан сода һалабыҙ, ҡамыр ағарып, ҡабарып китә. Матур ғына булып! Тағын әҙерәк болғап торабыҙ әле. Күпме ваҡыт, тиһегеҙме, унға тиклем һанаһағыҙ, шулай килеп сыға ул.
Шунан был ҡатнашманы уттан алабыҙ ҙа, әҙләп кенә он һалып, ҡалаҡ менән бутайбыҙ. Ҡапыл ҡулығыҙҙы тыҡмағыҙ, бешеп ҡуйырһығыҙ! Әҙерәк һыуынғас, ҡул менән баҫһағыҙ ҙа була. Шундай йомшаҡ ҡына ҡамыр килеп сыға, әҙерәк йәбешкәгерәк. Аҙаҡ мин ошо ҡамырҙы 9 өлөшкә бүлдем.
Баллы торттың ҡамыры йәтеш кенә йәйелә. Һәр бер йәймәне йоҡа ғына итеп йәйеп, пергамент ҡағыҙы һалынған табала духовкала бешереп алдым. Әйткәндәй, ҡағыҙҙы майланым. Йәймәләр тиҙ бешә, уны-быны иткәнсе 4-5 минутта әҙер була.
Бешеп сыҡҡан йәймәнең өҫтөнә тәрилкә һалып матурлап ҡырҡтым да, таҫтамал менән ҡаплап торҙом. Ҡурҡмағыҙ, йәймә һыуынһа, ҡатып китә. Ҡайһы береһе һынһа ла, һис ҡурҡынысы юҡ. Шулай итеп, туғыҙ йәймә бешереп алдым. Тәрилкә менән ҡырҡҡандан һуң ҡалғандарын блендер менән ваҡланым. Уларын аҙаҡ торт өҫтөнә һибәсәкмен.
Ә кремының тәмлелеге! Хәс ҡуйыртылған һөт һымаҡ килеп сыҡты!
2 йомортҡа, 2 ҡалаҡты саҡ ҡына өйөбөрәк он, бер стакан шәкәр, бер бәләкәй ҡап (7 грамм тип яҙылған ине) ваниль. Шәкәр ҡомона ҡушып, бергә туҡыным. Шунан ярты литр һөт ҡойҙом да ҡайнатырға ултырттым. Һис ялҡауланмай бутап торорға кәрәк. Ҡуйырғансы ҡайнатып газдың утын һүндергәс, ярты ҡап аҡ май һалып бутаным.
Крем әҙер! Йәймәләрҙең араһын крем менән һылағас, тортты матурлап биҙәргә генә ҡалды. 4 сәғәт тирәһе ултырҙы ул табынға ҡуйғансы. Әгәр мөмкинлек бар икән, оҙағыраҡ та ултыртып ҡуйырға булалыр. Ныҡ тәмле торт килеп сыға! Бешереп ҡарағыҙ әле.
Сығанаҡ: "Даирә" төркөмө.