

Бының өсөн уның емештәрен алып ташлап, һәйбәт итеп йыуып, кәстрүлгә һалабыҙ. Төбөнә йәбешмәһен өсөн әҙерәк һыу һалып, талғын ғына утта йомшарып бешкәнсе ҡайнатабыҙ. Шунан иләк йәки ҡырғыстан үткәрәбеҙ (үткәрмәһәң дә була), ике аш ҡалағы лимон һуты өҫтәргә мөмкин. Килеп сыҡҡан иҙмәгә ике килограмм алмаға бер килограмм иҫәбенән шәкәр ҡомо һалып, тағы ла берәй сәғәт һоро төҫкә ингәнсе ҡайнатабыҙ. Көйөп китмәһен өсөн болғап торорға кәрәк. Суйын һауытта ҡайнатһаң, һәйбәтерәк инде. Сәйгә лә, бәлеш бешерергә лә тәмле повидло килеп сыға!
Автор фотоһы.