

Шулай уҡ 600 грамм татлы борос ҡушырға була. Тик ҡайһы берәүҙәр уның тәмен яратмай, үҙегеҙ ҡарағыҙ.
Кәбеҫтәне турайбыҙ. Кишерҙе эре ҡырғыстан үткәрәбеҙ. Һуғанды ваҡ итеп турайбыҙ. Помидорҙы киҫәктәргә бүләбеҙ.
Татлы боросто ҡушһағыҙ, уны һаламлап турағыҙ.
Йәшелсәләрҙе бергә ҡушып, 15 минут ҡайнатабыҙ. Үҫемлек майы, тоҙ, шәкәр ҡомо һалып, тағы ла биш минут ҡайнатабыҙ. Аҙағында уксус ҡоябыҙ.
Эҫе килеш стерилләнгән банкаларға тултырабыҙ ҙа ҡаплап ҡуябыҙ. Һыуынғансы ябып тотабыҙ.