

Итте артыҡ ҙур булмаған киҫәктәргә турайбыҙ. Ярты литрлы банкаға өс ҡара борос, бер лавр япрағы һалабыҙ.
Бер банкаға ярты балғалаҡ тоҙ етә, уны икегә бүлеп, бер аҙ итте тултырғас һәм өҫкә һалабыҙ.
Итте артыҡ тығыҙ итмәй генә тултырырға кәрәк банкаларға.
Шунан фольга менән ябырға, ялтырауыҡлы яғын өҫкә ҡалдырып. Мейескә ҡуябыҙ.
Банкалағы ит ҡайнап сыҡҡас, утын кәметәбеҙ. Әкрен утта ике сәғәт ярым бешерәбеҙ. Һурпалы ит яратыусыларға, алдан һөйәкле итте айырым бешереп, әҙер булған итле банкаға һалырға мөмкин. Шунан стерилләнгән банкаларға тултырып, тимер ҡапҡас ябырға кәрәк.
Фото һәм сығанаҡ: Гөлсинә ЯРУЛЛИНА.