+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Аш-һыу серҙәре
22 Сентябрь 2025, 07:50

Үҙенсәлекле соус

Йәшелсәнән генә тора. Тимәк, файҙалы.Кәрәк буласаҡ:

Үҙенсәлекле соусҮҙенсәлекле соус
Үҙенсәлекле соус

2 килограмм помидор,
ярты килограмм  татлы борос,
бер баш һуған,
бер дана әсе борос,
100 грамм һарымһаҡ,
20 грамм тоҙ,
150 грамм шәкәр ҡомо,
9 процентлы 75 миллиграмм һеркә,
бер бал­ғалаҡ ҡара борос,
берәр балғалаҡ кориандр, кипкән базилик, тә­менсә петрушка, укроп,
20 грамм крахмал һәм уны иҙеү өсөн 50 миллиграмм һыу.
Ошо йәшелсәне ит турағыстан үткәрергә лә, тоҙлап, шәкәр һалып, ҡайнатып сығарырға һәм 15 минут бешерергә.
Шунан йәшел тәмләткестәрҙе һалып, тағы 10 минут утта тотор­ға. Артабан кипкән тәмләткес­тәр­ҙе һәм һеркәне һалып, йәнә 10 минут бешерергә. Һуңынан крахмалды һыу менән бутап, соусҡа ҡушырға ла, бер-ике минут ҡайнатырға.
Стерилләнгән банкаларҙа һаҡ­ларға.

Сығанаҡ һәм фото: Авыл хатыны/Сельчанка

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас