Һурпаны һыуытҡас, уға 1 аш ҡалағы желатин һалып болғатабыҙ. 10 минутҡа ҡуйып торабыҙ.
Артабан тауыҡ итен ваҡ итеп турайбыҙ. Кишерҙе балдаҡлап турап, төрлө һындар эшләйбеҙ.
Табаға полиэтилен түшәп, төбөнә кишер, бешкән йомортҡаны, йәшел борсаҡты матур итеп теҙәбеҙ.
Өҫтөнә тауыҡ итен һалабыҙ.
Өҫтөнә желатинлы һурпаны ҡоябыҙ.
Әҙер булғас, һауыттағы ризыҡты әйләндереп, өҫтәлгә ҡуябыҙ.
Иҫ киткес тәмле ризыҡ әҙер.
Сығанаҡ һәм фото: Башдонъя