Артабан рассол өсөн 100 миллиграмм һыу, 2 ҡалаҡ уксус, 100 миллиграмм көнбағыш майы, 2-3 лавр япрағы, 10 бөртөк (душистый) борос, 1 ҡалаҡ тоҙ, 3 аш ҡалағы шәкәр ҡомо, 10 тырнаҡ һарымһаҡ алына.
Йәшелсәләрҙе турайбыҙ.
Рассолды әҙерләү өсөн һыуҙы ҡайнатырға ҡуябыҙ. Уға майҙы ҡойоп, тоҙ, шәкәр, лавр япраҡтарын, боросто һалып болғатабыҙ. Ҡайнап сыҡҡас, туралған һарымһаҡты һалып, уксусты ҡоябыҙ һәм утты һүндерәбеҙ.
Рассолды туралған йәшелсәләргә ҡойоп, өҫтөнә ҙур тәрилкә менән баҫтырып, 2 сәғәткә ҡуйып торабыҙ.
Унан стерилләнгән банкаларға һалабыҙ.