-14 °С
Болотло
VKOKTelegramЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Аш-һыу серҙәре
2 Октябрь 2025, 14:05

Тиҙ генә бешерә торған пицца

Кискелеккә тәмле лә, тиҙ ҙә бешкән, табала ут өҫтөндә әҙерләнгән пицца әҙерләйек! Был ҡамыр баҫып, духовка менән булышырға яратмағандарға йәки тиҙ генә тәмле ризыҡ әҙерләргә теләүселәргә шәп бешереү ысулы.

Тиҙ генә бешерә торған пицца
Тиҙ генә бешерә торған пицца

5 ҡалаҡ ҡаймаҡ, 5 ҡалаҡ майонез, 2 йомортҡа, 10 ҡалаҡ ондо ҡушып бутарға. Майлы табаға ошоно ҡоябыҙ һәм өҫтөнә колбаса, помидор турап һалабыҙ. Өҫтөнә ҡырылған сыр һалығыҙ. Пиццаны газға ҡуябыҙ. 2-3 минутҡа ҡапҡас менән ябып торабыҙ ҙа, шунан ҡапҡасын асабыҙ. Тағы 5-7 минуттан пицца әҙер. Уның әҙерлеген сырҙың иреп бөтөүенә ҡарап билдәләп була.

Фото һәм сығанаҡ: Башдонъя

 

Автор: Зөһрә Хәкимова
Читайте нас