Аш-һыу серҙәре
12 Октября 2025, 13:00

Кәбеҫтәнән тәмле салат әҙерләнегеҙме?

Тағы бер шәп кенә, тәмле генә рецепт тәҡдим итәбеҙ.

Кәбеҫтәнән тәмле салат әҙерләнегеҙме?Кәбеҫтәнән тәмле салат әҙерләнегеҙме?
Кәбеҫтәнән тәмле салат әҙерләнегеҙме?

3 килограмм кәбеҫтә, 2 кишерҙе, 4 татлы боросто турарға.
Болғатып, тәменә ҡарап тоҙ ҡушып банкаларға тултырырға.
Өҫтөнә әсе борос һалырға (һәр банкаға бер бөртөк әсе борос).
750 г рамм ҡайнап һыуынған йылы һыуға 3 аш ҡалағы бал һалып болғатырға һәм кәбеҫтәнең өҫтөнә ҡойоп сығырға.
Шунан һалҡын урынға ҡуябыҙ.
Был рецепт менән тоҙланған кәбеҫтә үҙенсәлекле тәме менән айырылып торасаҡ. 

Сығанаҡ һәм фото: "Башдонъя" төркөмө.

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас