Әҙер булғас, һурпаһын һөҙөп алабыҙ. Уны һыуытҡас, 1 аш ҡалағы желатин һалып болғатабыҙ. 10 минутҡа ҡуйып торабыҙ.
Артабан тауыҡ итен ваҡ итеп турайбыҙ. Кишерҙе балдаҡлап киҫеп, төрлө һындар эшләйбеҙ.
Табаға полиэтилен түшәп, төбөнә кишер, бешкән йомортҡаны, йәшел борсаҡты матур итеп теҙәбеҙ. Өҫтөнә тауыҡ итен һалабыҙ. Аҙаҡ инде желатинлы һурпаны ҡоябыҙ.
Әҙер булғас, һауыттағы ризыҡты әйләндереп, өҫтәлгә ҡуябыҙ.
Тәмле килеп сыға.
Сығанаҡ һәм фото: "Башдонъя" төркөмө.