Бының өсөн 4 йомортҡа, 1 банка ҡуйыртылған һөт,
ярты балғалаҡ сода, тәменсә тоҙ һәм он кәрәгәсәк.
Тәүҙә йомортҡаларҙы әҙерләнгән һауытыңа ярып һалаһың да әҙерәк туғыйһың. Шунан ҡуйыртылған һөттө ҡушып бутайһың. Семтем тоҙ һәм сода һалаһың. 650-700 грамм он менән йомшаҡ ҡамыр баҫаһың. Ҡамырҙы өҫтәлгә һалып, бәләкәй йомороҡастар түңәрәтеп эшләп сығаһың. Ҙур итмәгеҙ. Бәләкәй итеп эшләһәң, тиҙ бешә һәм тәмле була.
Табалағы май ҡыҙғас, талғын утта ҡыҙарғансы бешереп алаһың.
Сәйгә тәмлекәс әҙер.
Йәнгүзәл АСҠАРОВА.
Бөрйән районы,
Байназар мәктәбе.