Был ҡамыр баҫып, духовка менән булышырға яратмағандарға йәки тиҙ генә тәмле ризыҡ әҙерләргә теләүселәргә шәп бешереү ысулы.
Әҙерләү ысулы: 5 ҡалаҡ ҡаймаҡ, 5 ҡалаҡ майонез, 2 йомортҡа, 10 ҡалаҡ ондо ҡушып бутарға. Майлы табаға әҙер ҡамырҙы ҡоябыҙ һәм өҫтөнә колбаса, помидор турап һалабыҙ. Өҫтөнә ҡырылған сыр һалығыҙ. Пиццаны газға ҡуябыҙ. 2-3 минутҡа ҡапҡас менән ябып торабыҙ ҙа, шунан ҡапҡасын асабыҙ. Тағы 5-7 минуттан пицца әҙер. Уның әҙерлеген сырҙың иреп бөтөүенә ҡарап билдәләп була.
Фото һәм сығанаҡ: Башдонъя