Ул тик дүрт ингредиенттан ғына тора: 2-3 йоморолай бешкән йомортка, 1 ҙур кишер, 1-2 баш һарымһаҡ һәм сыр. Башта тәрилкәгә йоморткаларҙы турап һалабыҙ, уның өҫтөнә сей кишер ҡырабыҙ. Кишерҙең өҫтөнә һарымһаҡлы майонезды мул ғына итеп һылайбыҙ. Кишерҙең өҫтөнә ваҡ ҡырғыстан сыр үткәреп һалабыҙ. Ҡәҙимге рецебы шулай.
Киләһе йыл ат йылы булараҡ, салатты мин саҡ ҡына башҡараҡ биҙәнем, атты һынландырҙым, сырын ялы урынына эргәһенә һибеп ҡуйҙым. Бесән урынына укроп һиптем, күҙҙәрен оливки менән биҙәнем.
Яңы ат йылы тик уңыштар ғына китерһен. Һуғыш тиҙерәк бөтһөн! Рәхим итеп әҙерләгеҙ, дуҫтарым!
Йәнгүзәл АСҠАРОВА,
Бөрйән районы,
Байназар мәктәбе.