"Был рецептты тултырылған ҡаҙ тип түгел, ҡаҡланған ҡаҙ тип тә атарға мөмкиндер... Баштан башлайым әле. 12-15 йылдар элек дуҫым тултырылған өйрәк әҙерләргә өйрәтте. Уның: “Бер тәүлек бер ҡап тоҙ һалынған һыуҙа тоторға”, - тип әйткәнен мин өс тәүлек тоҙло һыуҙа тоторға, тип оҙаҡ тотҡанмын. Йылдар буйына ҡаҙҙы өсәр тәүлек тоҙло һыуҙа тотоп әҙерләнем. Хәҙер яңылыш иҫләп ҡалғанымды беләм дә ул, тик һаман да үҙемсә эшләйем.
Өс көн буйына ҡаҙҙы ҙур табаҡта тотам (10 литр һыуға бер ҡап тоҙ алам), ваҡыт-ваҡыты менән әйләндереп торам. Ҡаҙ түшкәһе һыуһыл була, тоҙҙоң тейешлеһен генә ала. Һыуҙан алғас, ҡаҙҙың эсен-тышын гәрсис (горчица), аджика, һарымһаҡ, куркума, йә иһә паприка (төҫөн һарғайта йәки ҡыҙарта) менән ыуам. Эсенә йәшел алма, ҡара емеш һалам. Муйынын бәйләйем, ҡорһаҡ өлөшөн ағас таяҡсалар менән эләктереп ҡуям. Бер нимәгә лә төрмәйем. Ҡоро табаға һалып, башта ҡыҙарғансы ҡыҙыу утҡа, унан өс сәғәткә иң талғын утҡа ҡуям. Кетерҙәп кенә бешә, телеңде йоторлоҡ була. Эсендәге алма менән ҡара емештең тәмен белһәгеҙ!..
Ҡаҙ-өйрәгең булһа, иң еңел әҙерләнгән ризыҡтарҙың береһе ошо инде минең әҙерләгән ысул", - тип яҙа Ирина ханым.
Дуҫтар, Ирина ханымдың бешереү ысулын да файҙаланып ҡарағыҙ!
Сығанаҡ һәм фото: "ЮЛДАШ" радиоһы 105.5 Fм