Шуға мин һеҙгә өй шарттарында нисек чипсы бешерергә өйрәтмәксе булдым. Был, бер яҡтан, тәмлерәк тә, икенсенән, аҡса тотонолмай.
Иң башта 3 эре картуф алабыҙ ҙа йыуып махсус ҡырғыстан үткәрәбеҙ йә бысаҡ менән нәҙек киҫәктәргә турайбыҙ. Уларҙы крахмалы сыҡһын өсөн һыуға һалабыҙ. Шул арала ҡаҙанға үҫемлек майы ҡоябыҙ, ҡыҙа тора, ҡаҙан булмаһа, таба йә башҡа тәрәнерәк һауыт алабыҙ. Май ҡыҙғанын көткәнсе картуфтың һыуын һарҡытабыҙ. Май ҡайнағас, бер киҫәген һалып ҡарайбыҙ. Барыһын да һарғайғансы яйлап ҡыҙҙырып алабыҙ. Бешереп бөткәс, һыуынған чипсыға тәмләткестәр: паприка, тауыҡ һурпаһы кубигы, кипкән һарымһаҡ һалып болғатығыҙ. Тәмле чипсы килеп сыға! Яҡын дарығыҙҙы ла һыйлап ҡыуандырығыҙ әле.
Йәнгүзәл АСҠАРОВА,
йәш хәбәрсе.
Бөрйән районы,
Байназар мәктәбе.