Уның рецебы менән бүлешергә теләйем. Ҡамыр өсөн1 йомортҡа, 1 аш ҡалағы шәкәр ҡомо, 1 стакан он, 1 стакан һөт, 1 аш ҡалағы көнбағыш майы кәрәк буласаҡ. Табаны әҙерәк майлап, ҡалаҡлап әҙер массаны һалаһың да, ярты минут үткәс, әйләндерәһең. Ошо рецепт буйынса һеҙ ҙә бешереп ҡарағыҙ. Ныҡ тәмле була.
Фотола мин ике туған ҡустым Арсен Мырҙағолов менән.
Динә ИСМӘҒИЛЕВА.
Бөрйән районы,
Байназар мәктәбе.