Бөтә яңылыҡтар
Аш-һыу серҙәре
1 Март , 15:45

Тәмле чебурек

Был еңел генә рецепты үҫмер ҡыҙҙар ҙа "һә" тигәнсе өйрәнеп алып, яҡындарын һыйлай ала. Бары 5 кенә ингредиент кәрәк!

Тәмле чебурек
Тәмле чебурек

Ҡамыр өсөн эҫе генә һыу (1 стакан тирәһе), тоҙ һәм самалап он алығыҙ. Уртаса ҡатылыҡта ҡамыр баҫығыҙ. Ә эслеккә фарш һәм башлы һуған кәрәк буласаҡ. Уға ла тоҙ өҫтәргә онотмайбыҙ. Фотоларҙа күрһәтелгәнсә ҡамырҙы йәйеп, яртыһына йоҡа ғына итеп эслек һалабыҙ. Икенсе яртыһын япҡас, сәнске менән "йәбештерәбеҙ". Табаға көнбағыш майы ағыҙабыҙ. Ныҡ ҡыҙыу булмаған утта чебуректарҙы ҡыҙҙырабыҙ. Тәмле лә, әҙерләүе лә еңел!

 

Автор фотолары.

Тәмле чебурек
Тәмле чебурек
Тәмле чебурек
Тәмле чебурек
Тәмле чебурек
Тәмле чебурек
Автор: Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас