1 стакан дөгө, 1 стакан һыу, терияки соусы, нори чипсылары, кунжут алабыҙ. Дөгөнө еүешләр өсөн 3 ҡалаҡ аш һеркәһе, 1,5 балғалаҡ шәкәр, 1 балғалаҡ тоҙ ҡушылмаһы кәрәк буласаҡ.
Торттың эслегенә 150 грамм эремсек сыры, 200 грамм краб таяҡсалары, 2 ҡалаҡ майонез әҙерләп ҡуябыҙ. Ә өҫкө ҡатҡа 150 грамм ҡаты сыр, һөмбаш балығы ыуылдырығы һәм 2 ҡалаҡ майонез ҡатнашмаһы кәрәгәсәк.
Нисек эшләйбеҙ:
1. Мейесебеҙҙе 180 градусҡа тиклем йылытабыҙ.
2. Дөгөнө бешерергә ҡуябыҙ. Шул арала эслек әҙерләйбеҙ: краб таяҡсаларын туҡмас һымаҡ ҡырҡып, һауытҡа һалып, эремсек сырын һәм майонезды ҡушабыҙ.
3. Өҫкө ҡат өсөн ҡаты сырҙы ҡырғыстан үткәреп, икенсе һауытта ыуылдырыҡ һәм майонез өҫтәйбеҙ.
4. Дөгөгә аш һеркәһен, шәкәрҙе һәм тоҙҙо һалып болғатабыҙ.
5. Бешереү өсөн форманы әҙерәк майлайбыҙ. Ҡат-ҡат итеп һалабыҙ: нори чипсылары, дөгө, эслек һәм иң өҫкә – «башлыҡ». Матур итеп тигеҙләйбеҙ. Өҫтөнә кунжут һибәбеҙ.
6. Мейескә 20 минутҡа ҡуябыҙ.
7. Әҙер суши-тортҡа сетка рәүешендә терияки соусы ҡоябыҙ.
Нисек дөрөҫ телергә? Нори чипсылары дүртмөйөш рәүешендә, шуға бүлгәндә бер өлөш – бер нори, йәғни бер порция килеп сыға.
Был суши-торт еңел генә әҙерләнә һәм бигерәк тәмле була. Байрамда яҡындарыбыҙҙы ҡыуандырайыҡ әле!
Айгөл ХИСАМЕТДИНОВА,
VIII синыф уҡыусыһы.
Өфө ҡалаһы, Рауил Бикбаев исемендәге 102-се башҡорт гимназияһы.