-4 °С
Болотло
VKOKTelegramЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Аш-һыу серҙәре
12 Март , 15:35

Лимон бәлеше

Кәрәк буласаҡ: ҡап ярым йомшаған маргарин, 3 ҡалаҡ ҡаймаҡ, ярты стакан шәкәр ҡомо. Барыһын бергә ҡушып болғағас, 1 балғалаҡ он ҡабартҡыс, ул булмаһа, 1 балғалаҡ соданы уксус менән һүндереп ҡушырға мөмкин. Артабан 2 йомортҡа һытып, яҡшылап болғап, самалап он ҡушып йомшаҡ ҡамыр баҫырға.

Лимон бәлеше
Лимон бәлеше

Эслеге: уртаса 2 лимон (әҙерәк ҡабығын әрсергә мөмкин). Лимонды эсендәге емеш орлоғонан таҙартырға кәрәк. Шунан блендер аша иҙгәс, шуға 3 ҡалаҡ манный ярмаһы, 1 стакан шәкәр ҡомо ҡушып болғарға.

Ике бәләкәйерәк бәлеш әҙерләргә лә була. Эслегенә 1 лимон менән 1 алма һалһаң да була.

Автор һәм фото: sirazovarezeda

Автор: Зөһрә Хәкимова
Читайте нас