-2 °С
Болотло
VKOKTelegramЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Аш-һыу серҙәре
13 Март , 11:54

Ә һин бешеренергә яратаһыңмы? Тимәк, был рубрика һинең өсөн!

Дуҫтар! Яңы рубрика башлайбыҙ! Ул «Милли ризыҡ» тип аталасаҡ. Илебеҙҙә иғлан ителгән Рәсәй халыҡтары бер­ҙәмлеге йылы айҡанлы төрлө милләттәрҙең аш-һыуы менән яҡындан таныштырыу маҡсатыбыҙ. Ә бының өсөн һеҙҙең ярҙам кәрәк буласаҡ. Нисекме? Үҙенсәлекле ризыҡ әҙерләп, уны фотоға төшөрөп, рецебын да яҙып ебәрһәгеҙ, башҡа гәзит уҡыу­сыларға ла бик ҡыҙыҡлы булыр ине.

Ә һин бешеренергә яратаһыңмы? Тимәк, был рубрика һинең өсөн!
Ә һин бешеренергә яратаһыңмы? Тимәк, был рубрика һинең өсөн!

Беҙҙең Башҡортостанда ғына 160 милләт вәкиле йәшәй. Халыҡтар төрлөлөгө менән Дағстандан ғына ҡалышабыҙ. Иң күбе урыҫтар, баш­ҡорттар һәм татарҙар йәшәһә, сыуаш, мари, украин, мордва, белорус, әрмән, немец, үзбәк, сиған һәм башҡа халыҡтар ҙа төйәк иткән еребеҙҙе. Һәр береһенең үҙ мәҙәниәте, әҙәбиәте, сәнғәте һәм, әлбиттә, аш-һыуы үҙенсәлекле.
Урыҫтар, мәҫәлән, элек-электән аш, бутҡа, тоҙло аҙыҡҡа өҫтөнлөк бирә. Бүрәттәр ит, ҡамыр, һөт аҙыҡтары менән билдәле. Яҡуттар йылҡы, болан, һыйыр һәм ҡош ите, балыҡ ярата. Әйткәндәй, улар ҙа, баш­ҡорттар кеүек, һөт ризыҡтарын күп ҡуллана: ҡымыҙ, ойот­ҡо, эремсек, сыр эшләй. Удмурттар перепеч атамалы төрлө эслекле ҡамыр аҙығы менән дан тота.
Ә һеҙ ниндәй үҙенсәлекле ризыҡ әҙер­ләп ҡарағанығыҙ бар? Ғаиләгеҙҙә нимә ашарға яраталар? Беҙгә лә һөйләгеҙ әле.

Беренсе хәбәребеҙ Өфөнән килеп тә етте. 58-се лицейҙа уҡыусы Азалиә Вәхитова әсәһенә аш-һыу бүлмәһендә һәр саҡ ярҙам итә, беҙгә йыш ҡына рецептар ебәрә. Был юлы ла рубрикабыҙҙы ул аса. Азалиә ҡыҫтыбый әҙерләү серҙәре менән бүлешә. Был ризыҡ башҡорт, татар һәм сыуаш кухняһында киң таралыу алған.
Ҡамыр өсөн он, ҡайнар йәки йылы һыу, үҫемлек майы һәм тоҙ алына. Эслеккә 6-7 картуф, 2 башлы һуған, үҫемлек майы, тоҙ һәм аҡ май кәрәгәсәк.
Ҡамырҙы баҫҡас, аҙыҡ плёнкаһы менән ҡаплап, ҡуйып торорға. Үҫемлек майы ҡойолған табаны йылытырға һәм уға туралған һуған һалып, еңелсә алтын төҫкә ингәнсе ҡыҙҙырырға. Картуфты тоҙло һыуҙа бешереп иҙергә, һуған өҫтәргә. Ҡамырҙы бер нисә өлөшкә бүлеп йәйергә һәм ҡоро табала ҡыҙҙырырға кәрәк. Ул тиҙ генә әҙер була. Бешкән йәймәнең бер яртыһына картуфты һалырға һәм икенсе өлөшө менән ябыр­ға. Өҫтөн аҡ май менән майларға ғына ҡалды.
Ашығыҙ тәмле бул­һын!

Ә һин бешеренергә яратаһыңмы? Тимәк, был рубрика һинең өсөн!
Ә һин бешеренергә яратаһыңмы? Тимәк, был рубрика һинең өсөн!
Ә һин бешеренергә яратаһыңмы? Тимәк, был рубрика һинең өсөн!
Ә һин бешеренергә яратаһыңмы? Тимәк, был рубрика һинең өсөн!
Ә һин бешеренергә яратаһыңмы? Тимәк, был рубрика һинең өсөн!
Автор: Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас