Һыйыр итенән бишбармаҡ төрки халыҡтарҙа киң таралған. Был туҡлыҡлы аҙыҡ өсөн Данил тәүҙә итте бешереп алған. Дүртмөйөшләп киҫелгән һалма (йәймә лә тиҙәр), кишер һәм һуған (башлы ла, йәшел дә) кәрәгәсәк. Фотолағы кеүек теҙеп һалһағыҙ, бигерәк матур күренер.