Ҡамыр йомшаҡ була. Шулай ҙа ҡулға йәбешергә тейеш түгел. Өҫтөн ҡаплап, бер аҙ ял иттерәбеҙ. Ул арала һауытҡа шыйыҡ май һалып ҡайнатып, һыуытып алабыҙ. Ҡамырҙы ваҡ киҫәктәргә бүлеп бауҙар яһайбыҙ, 3-4 см оҙонлоҡта киҫеп сығабыҙ. Майҙа алһыу төҫкә ингәнсе болғата-болғата бешерәбеҙ. Бауырһаҡты һалып бешерә башлағанда май бик һалҡын да, бик ҡайнар ҙа булмаҫҡа тейеш.
Әйткәндәй, бауырһаҡ башҡорт, татар, алтай, ноғай, хакас, бүрәт, дон казактары, ҡалмыҡ, ҡырғыҙ, монгол, тажик, сыуаш, тува, төркмән, үзбәк, ҡарағалпаҡ, ҡумыҡ һәм уйғыр кухняларында осрай.
Айназ ВӘЛИТОВ, III синыф уҡыусыһы.
Ауырғазы районы,
Рәшит Назаров исемендәге Талбазы башҡорт гимназияһы.