Йомортҡаларға тоҙ һалабыҙ һәм һәйбәт итеп туғыйбыҙ. Артабан ҡамыр ҡуйырғансы он ҡушабыҙ, ҡулға йәбешмәй башлағансы тиклем баҫабыҙ. 20 минут ял итергә бирәбеҙ.
Ҡамырҙан 2 мм ҡалынлыҡта йәймә йәйәбеҙ, ваҡ итеп киҫәбеҙ һәм майҙа ҡыҙҙырабыҙ.
Бал менән шәкәрҙе утҡа ҡуябыҙ ҙа шәкәр иреп бөткәнсе бутап торабыҙ. Әҙер булғас, сәксәк өҫтөнә һалабыҙ, бутайбыҙ һәм, ҡулдарҙы еүешләп, өйөм эшләп ҡуябыҙ.
Асҡар ЙӘЛИЛОВ, III синыф уҡыусыһы.
Ауырғазы районы,
Рәшит Назаров исемендәге Талбазы башҡорт гимназияһы.