+16 °С
Болотло
VKOKTelegramЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Аш-һыу серҙәре
23 Март , 10:36

Ҡотлайбыҙ!

Үткән аҙнала Өфөлә бер төркөм ижад кешеләрен бүләкләнеләр. Коллективтарҙың художество етәкселәре, педагогтар, артистар, музей һәм китапхана хеҙмәткәрҙәре, рәссамдар һәм яҙыусылар төрлө наградаға лайыҡ булды.

Ҡотлайбыҙ!
Ҡотлайбыҙ!

Хөкүмәттең беренсе вице-премьеры Урал Килсенбаев Мәҙәниәт хеҙмәткәре көнөнөң юҡҡа ғына матур, йылы, ҡояшлы мәлгә тура килмәүен телгә алды. Бәләкәй генә ауылда ла мәҙәни саралар үтеп торһа, тимәк, ауыл йәшәй, сәскә ата.

Шуныһы һөйөнөслө: беҙҙең әүҙем авторыбыҙ – журналист, яҙыусы, тәржемәсе Факил Мырҙаҡаев Халыҡтар дуҫлығы ордены менән бүләкләнде. Уны ихлас күңелдән тәбрикләйбеҙ! Гәзит уҡыусылар яҡшы белә: Факил ағай әленән-әле кроссвордтары, башватҡыстары, ребустары менән ҡыуандырып тора.

Бүләкләнеүселәр араһында балалар яҙыусыһы, гәзитебеҙҙең дуҫы Фәрзәнә Ғөбәйҙуллина апай ҙа бар. Ул “Хеҙмәт ҡаһарманлығы өсөн” миҙалына лайыҡ булды. Ҡотлайбыҙ!

 

Ҡотлайбыҙ!
Ҡотлайбыҙ!
Автор: Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас