+16 °С
Болотло
VKOKTelegramЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Аш-һыу серҙәре
24 Март , 15:34

"Милли ризыҡ" рубрикаһына Хәйбулланан килгән хат

Хатта 3 йәшлек Амалия ла бешерергә өйрәнә!

"Милли ризыҡ" рубрикаһына Хәйбулланан килгән хат
"Милли ризыҡ" рубрикаһына Хәйбулланан килгән хат

Вәт афарин уға! Әсәһе менән "Милли ризыҡ" рубрикаһына ҡушылалар. 

Амалия Исҡужина күмәк балалы ғаиләлә үҫә. Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө "Шатлыҡ" балалар баҡсаһына йөрөй. Әсәһенә аш-һыу бүлмәһендә ярҙам итергә ярата. Гел ҡарап, өйрәнеп тора икән. Бөгөн ҡоймаҡ ҡойҙоҡ, тип хәбәр итә Рәсимә ханым.

Рецебы: 1 ҡап кефирға 1 йомортҡа, семтем тоҙ, тәменә ҡарап шәкәр, 1 аш ҡалағы шыйыҡ май ҡойоп, һәйбәт итеп туғырға кәрәк. 1 стакан эҫе һыуға 1 сәй ҡалағы сода һалып ныҡ итеп болғап, кефирға өҫтәгәс , он ҡушырға. Ҡоймағығыҙ тәмле булһын!

"Милли ризыҡ" рубрикаһына Хәйбулланан килгән хат
"Милли ризыҡ" рубрикаһына Хәйбулланан килгән хат
"Милли ризыҡ" рубрикаһына Хәйбулланан килгән хат
"Милли ризыҡ" рубрикаһына Хәйбулланан килгән хат
Автор: Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас