“Мин Учалы районы Ҡалуй ауылындағы балалар баҡсаһына йөрөйөм. Әсәйем Лилиә Рәмил ҡыҙы менән төрлө аш-һыу бешерергә яратам. Мине яратып, ярҙамсым һин, ҡыҙым, ти ул.
Бөгөн беҙ ҡоймаҡ ҡойҙоҡ. Ауыл һөтөнә өс йомортҡа, он, һыйыр майы, шәкәр ҡомо, тоҙ ҡушып туҡыйбыҙ, килеп сыҡҡан массаны ҡыҙыу табаға һалып ҡыҙҙырабыҙ. Шәп һәм тәмле ҡоймаҡ килеп сыға.
Ғаиләбеҙ менән күмәкләшеп йәй көнө йыйған еләк ҡайнатмаһы, ауыл ҡаймағы ҡушып, тәмләп сәй эстек”.