Картуфты шунда уҡ тоҙламаҫҡа, һуты сығасаҡ. Шуға бешеп сығыр алдынан 2-3 минут ҡалғас, тоҙ һибергә кәрәк.
Кетерләп кенә торһон өсөн ярты балғалаҡ шәкәр ҡомо өҫтәргә онотмағыҙ.
Бешеп сығыр алдынан бер аш ҡалағы аҡ май һалығыҙ. Ул саҡта ҡыҙҙырылған картуф тағы ла тәмлерәк булыр.
Бешереүҙең беренсе яртыһында табаны ҡапҡас менән ҡапламаҫҡа. Пары сығырға тейеш.
Яҙылғандарҙы теүәл үтәһәгеҙ, әҙерләгән ризығығыҙ телеңде йоторлоҡ булып бешер.